
Тарихсы Рәмил Рәхимов күп йылдар республикаға етәкселек иткән Миҙхәт Закир улы Шакировтың хәтерен мәңгеләштереү тәҡдиме менән сығыш яһаны. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уны Салауат Юлаев ордены менән бүләкләгәндән һуң ул Миҙхәт Шакировҡа һәйкәл ҡуйыу тураһында идеяһын әйтте.
«Ул етди етәксе, тап ул эшләгән йылдарҙа Башҡортостанда заводтар, башҡа мөһим предприятиелар, торлаҡ комплексы, хөкүмәтебеҙ һәм республика хакимиәте бинаһы, «Башҡортостан» дәүләт концерт залы төҙөлдө, колхоздар, совхоздар гөрләп эшләне, мәҙәниәт һәм фән үҫеште. Шундай кешенең иҫтәлеген мәңгеләштереү, Өфөлә уға һәйкәл ҡуйыу өҫтөндә уйларға кәрәк. Был бик яҡшы булыр ине», - тип үҙенең фекере менән уртаҡлашты ул.
Башҡортостан Башлығы тәҡдимде хупланы. Быйыл йыл аҙағында билдәле сәйәси эшмәкәр Миҙхәт Шакиров йәшәгән йорт янында һәйкәл асырға әҙерләнәбеҙ, тип билдәләне Радий Хәбиров.
Белешмә
Миҙхәт Шакиров (1916-2004) — совет дәүләт һәм партия эшмәкәре, 1969-1987 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары. Социалистик Хеҙмәт Геройы.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.