
Мәскәүҙә «Рәсәй» халыҡ-ара күргәҙмә-форумында ойошторолған Халыҡ ижады аҙналығында республика стенды Башҡортостандың сигелгән картаһы менән тулыланды. Республика оҫталарының ҡул эштәре килгән ҡунаҡтарҙа сикһеҙ һоҡланыу уятты. Быға ғәжәпләнәһе түгел. Сөнки картаның һәр биҙәген төрлө райондарҙың оҫталары сиккән, был уникаль ижади традицияларҙы ғына түгел, төйәгебеҙҙең тарихи үҙенсәлектәрен дә сағылдыра.
Карта – тыуған яҡтың тарихы һәм гүзәллеге менән илһамланып башҡарылған һоҡланғыс ҡомартҡы. Уны эшләү өсөн оҫталар сәйлән, таҫма, күн, кейеҙ, ярымаҫылташтар, алтын һәм көмөш ептәр ҡулланған.
Республика халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, картаны сигеүҙә Башҡортостан баш ҡалаһынан һәм 28 районынан оҫталар ҡатнашҡан.
Алдан яҙғаныбыҙса, Мәскәүҙәге форумда Башҡортостан презентацияһы иң яҡшыларҙың береһе тип танылды.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.