09:18 (UTC+5), 18 Января 2024

Экстремизмға һәм хәлде ҡаҡшатырға маташыуҙарға түҙеп торорға йыйынмайым – Башҡортостан Башлығы

Фото: Олег Яровиков
Роман Якимчук

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Баймаҡта булған хәл-ваҡиғаларға, рөхсәтһеҙ акцияла ҡатнашыусыларҙың күмәк сыуалыштар тыуҙырырға маташыуына үҙ фекерен белдерҙе. Был хаҡта ул социаль селтәрҙә яҙып сыҡты.

«Эшләй башлағандың тәүге көнөнән үк мин экстремизмға һәм хәлде ҡаҡшатырға маташыуҙарға түҙеп торорға йыйынмайым тигәйнем. Башҡортостан Башлығы булараҡ мин республикала милләт-ара татыулыҡты емерергә юл ҡуймаҫҡа тейешмен. Был - минең вәкәләттәрем, бурысым.

Кисәге хәлгә килгәндә. Күреп тораһығыҙ, суд хөкөм сығарҙы. Дүрт йылға дөйөм режимлы колония.

Ошо йылдар эсендә бына нимәләр булды. 2020 йылда «Башҡорт»** ойошмаһын экстремистик тип таныу өсөн эш алып барҙыҡ. Ул ваҡытта был дөрөҫ ҡарар булды тип иҫәпләйем. Ләкин ойошманың ҡайһы бер етәкселәре быны аңламаны һәм йылдар буйына теге йәки был формала яуаплылыҡҡа тарттырылды», - тип билдәләне Радий Хәбиров.

Алсынов * бынан алда ла экстремизм өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырылғайны, тип иҫкә төшөрҙө республика етәксеһе. Росфинмониторинг ҡарары менән ул экстремистик, террористик эшмәкәрлеккә ҡатнашы булғандар реестрына индерелде.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-01-18/ya-ne-budu-terpet-ekstremizm-i-popytki-rasshatyvat-situatsiyu-glava-bashkirii-3608364

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика