Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
89.82
+0.12
99.72
+0.52
71.06
-1.63
10+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Ғинуар , 16:04

Республикала буран сығыуы көтөлә

Ксения Калинина
Фото:Ксения Калинина

Башҡортостанда 18 ғинуарҙа кисен буран сығыуы, юлдарға көрт һалыуы, елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етеүе көтөлә. Республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте ҡарлы-буранлы һауа торошо тураһында иҫкәртә.

Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, 19 ғинуарҙа көндөҙ урыны менән бер аҙ ҡар, буран, юлдарҙың айырым участкаларында көрт. Ел көньяҡтан секундына 8-13 метр, урыны менән 15-20 метрға етеү ихтимал. Һауа температураһы төндә -23, аяҙытҡанда -28, көндөҙ -10, -15.

Көндөҙ юлдарҙың ҡайһы бер участкаларында 500-1000 метрҙан күреү мөмкинлеге кәмеүе көтөлә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-01-18/gulnur-kulsarina-glavnaya-tsennost-bashkirii-soglasie-mezhdu-ego-zhitelyami-3608580

Автор:Дарья Субботина
Читайте нас: