Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә «Хеҙмәт» Бөтә Рәсәй муниципаль премияһына лайыҡ булған күп балалы әсә Илнара Сафина тураһында яҙып сыҡты. Яҡташыбыҙ 2022 йылда Салауат районының Миәшәгәр ауыл советы рәйесе булып эшләгән ире үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға киткәндән һуң ошо вазифаға тәғәйенләнә.
Кисә Рәсәй президенты Владимир Путин уға «Кеше яҙмышы — Ватан ғорурлығы» номинацияһында награда тапшырҙы.
«Конкуренция ҙур булды, конкурсҡа бөтәһе 19 мең ғариза килде. Яҡташыбыҙ менән ғорурланам һәм уны еңеүе менән ҡотлайым! Илнара Сафинаға һәм көн һайын үҙенең эше менән республика халҡының тормошон яҡшыртҡан муниципаль хеҙмәткәрҙәребеҙҙең командаһына рәхмәт белдерәм», — тип яҙҙы Радий Хәбиров.