

Өфө ғаиләләре «Бар ғаилә менән» Бөтә Рәсәй проектында әүҙем ҡатнаша. Бигерәк тә Ленин районы ғаиләләре һоҡландыра. Социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә улар күмәкләп ял иткән фотоһүрәттәре менән бүлешә һәм ғаилә традициялары менән таныштыра, тип хәбәр итте район хакимиәте башлығы Олег Котов үҙенең сәхифәһендә.
«Бар ғаилә менән» проекты Ғаилә йылы сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Аҙнаһына бер тапҡыр ҡатнашҡан ғаиләләр төрлө эштәр башҡарырға тейеш (мәҫәлән, бергәләп киске аш әҙерләргә, музейға барырға, спорт менән шөғөлләнергә).
Проектта ҡатнашыу өсөн
— проекттың төркөмөнә яҙылырға;
— һылтанма буйынса проектта теркәлергә;
— эште башҡарырға һәм фотоны #всейсемьей #всейсемьей02 хештегы менән социаль селтәргә һалырға кәрәк.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, иң әүҙем ғаиләләр өсөн ойоштороусылар Рәсәй буйлап 100 сәйәхәт әҙерләгән.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.