06:46 (UTC+5), 16 Января 2024

Башҡортостанда бала тәрбиәләгән атай элекке ҡатынынан алимент талап итергә хоҡуҡлы

Фото: Валерий Шахов
Роман Якимчук

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы беренсе уҡыуҙа Башҡортостан Республикаһының Ғаилә кодексына үҙгәрештәр индергән закон проектын ҡарай. Унда ир менән ҡатындың алимент буйынса бурыстары билдәләнә. Был хаҡта республика парламентының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев һүҙҙәренсә, үҙгәрештәргә ярашлы, уртаҡ бала тыуғандан алып өс йыл буйына бала тәрбиәләгән атай элекке ҡатынынан алимент талап итергә хоҡуҡлы. Ғаилә кодексының ғәмәлдәге редакцияһына ярашлы, әлеге ваҡытта ҡатын-ҡыҙ ғына ошондай хоҡуҡҡа эйә. Шулай итеп, яңы формулировка ир-егеттәрҙең һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың хоҡуҡтарын тигеҙләй.

Суд тәртибендә алимент талап итеү хоҡуғына ҡағылышлы башҡа положениеларға ла төҙәтмәләр индерелә. Хәҙер элекке ҡатын йөклө осорҙа алиментҡа иҫәп тота ала. Ләкин никах тарҡалғанға тиклем ауырға ҡалған осраҡта ғына, тип билдәләнә закон проектында. Шулай уҡ уртаҡ инвалид баланы ҡараған ир (элекке ир) ҙә алимент талап итергә мөмкин.

Бынан алдараҡ «Башинформ» илдә иғлан ителгән Ғаилә йылының Башҡортостанда нисек ойошторолоуын хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-01-16/v-bashkirii-ottsy-vospityvayuschie-detey-smogut-trebovat-alimenty-ot-byvshih-zhen-3604212

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика