Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
+0.96
91.84
+1.05
62.51
+0.52
-9 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Ғинуар 2024, 11:03

Республикала йәшәүселәрҙе насар һауа шарттары хаҡында иҫкәртәләр

Башҡортостан халҡын насар һауа шарттары хаҡында иҫкәртәләр. Республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан синоптиктарға һылтанып хәбәр итеүҙәренсә, дүшәмбе, 15 ғинуарҙа, республикала ел сығыуы көтөлә. Елдең тиҙлеге секундына 18 метрға етеүе ихтимал.

«Водителдәрҙән юлдарҙа бик иғтибарлы булыуҙарын һорайбыҙ, — тип белдерҙеләр ведомствола. — Дистанцияны һәм тиҙлек режимын һаҡлағыҙ, хәүефһеҙлек ҡайыштарын мотлаҡ эләктерегеҙ».

Йәйәүлеләргә юлды сыҡҡанда иғтибарлы булырға һәм водителдең тиҙлекте кәметеп, йәйәүлене үткәрергә әҙер икәненә инанғас ҡына юл аша сыға башларға кәрәк.

Хәбәр иткәнебеҙсә, Башҡортостанда көндәрҙең йылытыуы көтөлә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-01-15/zhiteley-bashkirii-predupredili-o-neblagopriyatnyh-pogodnyh-usloviyah-3602439

Автор: Әлфиә Әһлиуллина
Читайте нас