

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы яугирҙәрен генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләне.
«Былтыр декабрҙә «Башҡортостан» полкы көсө менән дошмандың ҡурғауылы өҙөлдө. Командование «Башҡортостан» полкының хеҙмәтен юғары баһаланы», — тине Радий Хәбиров.
Хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы өсөн яҡташтарыбыҙ Линар Вәлишин, Сергей Винокуров, Илдар Илазов, Анатолий Гребенщиков, Сирин Ильяминов, Александр Колесников, Дмитрий Мещеряков, Сергей Минаев, Александр Сандалов, Азат Сәфәрғәлин, Рафаил Собханғолов һәм Сердар Шакулиев генерал Шаймортаов миҙалы менән наградланды.
«Хеҙмәтегеҙ өсөн һеҙгә рәхмәт белдерәм. Барығыҙҙың да иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын көтәбеҙ. Һеҙҙе ярҙамыбыҙҙан ташламаҫбыҙ. Командованиеға һәм егеттәргә беҙҙән рәхмәт һүҙҙәрен еткерегеҙ. Ғаиләгеҙҙә барыһы ла яҡшылыр тип ышанам. Әгәр һорауҙарығыҙ бар икән, мөрәжәғәт итегеҙ», — тине Радий Хәбиров.
«Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы республиканың ғорурлығы булып тора, тип билдәләне республика етәксеһе.


© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.