Башҡортостанда пилотһыҙ осоу аппараттарын сериялы етештереү үҫешә. 2023 йылда республика предприятиелары меңдән ашыу БПЛА сығарһа, 2024 йылда тағы 4 меңгә яҡын етештереү күҙаллана. Был хаҡта Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев хәбәр итте.
Шул уҡ ваҡытта пилотһыҙ осоу аппараттарын ҡулланыу өсөн инфраструктура ла үҫешә. 2026 йылда уларҙы ергә төшөрөп ултыртыу өсөн ике майҙансыҡ булдырыу күҙаллана, 2030 йылға был һан 10-ға етергә тейеш. Сибайҙа һәм «Первушин» аэродром комплексында, шулай уҡ дронопорттар майҙансыҡ булып хеҙмәт итергә мөмкин. Уларҙы ҡулланыу өлкәһе лә киңәйә. Пилотһыҙ аппараттар ярҙамында гербицид һибеүҙе һынап ҡарағандар, барыуы ауыр булған райондарға медицина изделиеларын ташыу өсөн БПЛА файҙаланыу тураһында мәсьәлә өйрәнелә.
Бынан тыш, республикала пилотһыҙ аппараттар флоты ярҙамында хеҙмәт күрһәтәсәк төбәк операторын булдырыу планлаштырыла.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.