Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.72
0
94.51
0
60.87
+0.4
-4 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Ғинуар 2024, 10:28

Ял көндәрендә -34 градусҡаса һыуыта

Ксения Калинина
Фото: Ксения Калинина

Башгидрометүҙәк хәбәр итеүенсә, йома, 12 ғинуарҙа, ҡар, көндөҙ урыны менән көслө ҡар яуыуы, айырым райондарҙа буран сығыуы, юлға көрт һалыуы фаразлана. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ -5, -10°.

Шәмбе, 13 ғинуарҙа, бер аҙ ҡар яуа. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын. Температура төндә -20, -25°, аяҙытҡанда 30°, көндөҙ -19, -24° тиклем түбәнәйә.

Йәкшәмбе, 14 ғинуарҙа, бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә 24-30°, аяҙытҡанда 34°, көндөҙ 18-23°.

Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостанда өс трассала хәрәкәтте сикләү тураһында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-01-12/v-bashkirii-v-blizhayshie-vyhodnye-poholodaet-do-34-gradusov-3599631

Автор: Дарья Субботина
Читайте нас