Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-3 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Ғинуар 2024, 12:23

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле бер нисә автобус рейсы туҡтатылды

Башҡортостанда ҡар яуыуға һәм буран сығыуға бәйле ҡала-ара автобус рейстары туҡтатылды, тип хәбәр итә «Башавтотранс». Һүҙ Ҡазан, Стәрлетамаҡ, Салауат, Учалы, Белорет, Пермь, Октябрьский, Нефтекама, Ырымбур, Бөрө, Мәсәғүт, шулай уҡ «Өфө - Кушнаренко» ҡала яны бәйләнешенә маршруттар хаҡында бара.

«Башавтотранс» мәғлүмәттәренә ярашлы, сикләү бөгөн, 12 ғинуарҙа, Өфө ваҡыты буйынса көндөҙгө сәғәт 3-кә тиклем ғәмәлдә була.

Бынан алдараҡ республикала Р-240 трассаһы участкаларында ла ваҡытлыса сикләү индерелде.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-01-12/v-bashkirii-iz-za-nepogody-otmenili-neskolko-avtobusnyh-reysov-3600263

Автор: Иван Вавилов
Читайте нас