

Башҡортостанда «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» асыҡ республика конкурсына ғаризалар ҡабул ителә. Конкурс Башҡортостан һәм Рәсәйҙең башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәре халҡы араһында башҡорт халҡының мәҙәниәтен, туған телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын һаҡлаған һәм үҫтергән өлгөлө ғаиләне асыҡлау һәм ғаилә институтын нығытыу өсөн ойошторола.
Конкурс өс номинацияла үткәрелә: «Ғаилә ижады», «Ғаилә кәсебе», «Ғаилә традициялары һәм ҡиммәттәре» һәм муниципаль, зона, республика этаптарынан тора.
«2024 йыл Рәсәйҙә ғаилә йылы тип иғлан ителде. Был иһә ғаилә ҡиммәттәрен яҡлауға һәм үҫтереүгә, ғаилә институтын нығытыуға һәм уның йәмғиәттәге әһәмиәтен күтәреүгә айырыуса иғтибар бүленә тигән һүҙ. Ошо йәһәттән уҙған йылдың декабрендә башланған «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» конкурсы тағы ла әһәмиәтлерәк була бара», — тип билдәләнеләр Башҡорт ҡоролтайының матбуғат хеҙмәтендә.
Сараны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы; Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Стәрлетамаҡтағы бүлексәһе, Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто, Стәрлетамаҡ хакимиәте ойоштора.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.