Ошо көндәрҙә Өфөнөң Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадаға йомғаҡ яһалды. Унда Башҡортостандан, Силәбе, Ырымбур, Һамар өлкәләренән, шулай уҡ Татарстан Республикаһынан 9-11-се класс уҡыусылары ҡатнашты.
Олимпиадала 77 уҡыусы призер булды, уларҙың һәр береһенә Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығының дипломы һәм аҡсалата приз тапшырылды. Бынан тыш, 11 уҡыусы «Аманат» журналының, Өфө фән һәм технологиялар университетының һәм Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондының махсус приздары менән бүләкләнде.
Төбәк-ара олимпиадала Силәбе, Ырымбур, Һамар өлкәләренән, Татарстандан 19 уҡыусы ҡатнашты. Улар араһынан еңеүселәр ҙә Мәғариф министрлығының дипломдарына, аҡсалата приздарға һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының иҫтәлекле бүләктәренә эйә булды.
Төбәк-ара олимпиада еңеүселәрен һәм призерҙарын Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева сәләмләне. Ул Дәүләкән, Бөрйән, Әбйәлил, Баҡалы, Өфө райондарынан, Сибай һәм Өфө ҡалаларынан 15 еңеүсегә ведомство наградаларын тапшырҙы.
Уҡытыу башҡорт телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмалары уҡыусылары араһында еңеүселәр:
Уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмалары араһында иң яҡшылар:
1. Ғәлиуллина Азалия, 9-сы класс, Әбйәлил районы Асҡар ауылының Таһир Күсимов исемендәге гимназияһы;
2.Дусиева Миләүшә, 10-сы класс, Баҡалы районының Мостафа ауылы урта мәктәбе;
3.Ҡарабаева Лиана, 11-се класс, 2-се «СМАРТ» республика полилингваль күп профилле гимназияһы.
Башҡортостан Республикаһының дәүләт (башҡорт) телен өйрәнгән уҡыусылар араһында (башланғыс төркөм):
Дауам итеүсе төркөм
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.