Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.05
+0.83
92.66
+0.67
62.51
+0.52
6+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Ғинуар 2024, 13:18

2027 йылға республикала 181 ауылға газ үткәрәләр

2027 йылға Башҡортостанда 181-се ауылға газ үткәреү планлаштырыла. Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ошо хаҡта яҙа. Уның һүҙҙәренсә, төп маҡсаттарҙың береһе — социаль объекттарҙы, шулай уҡ «Шүлгәнташ» музей комплексын зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырыу.  

«Башҡортостанда газ үткәреү кимәле юғары, әммә халыҡтың һорауҙары бар әле. Мин республика буйлап күп йөрөйөм, халыҡ йыш ҡына газ һуҙыуҙарын һорай. Беҙҙә «Газпром» менән 2027 йылға тиклем иҫәпләнгән программа бар. Уның буйынса 2021 йылдан 5 ҡасаба-ара газ үткәргес төҙөнөк, Мишкә, Күгәрсен, Балаҡатай һәм Мәсетле райондарында 10 ауылға газ үткәрҙек. Башҡортостанда 38 мең йортто догазификация программаһы буйынса газға тоташтырҙыҡ. Уны, хәтерегеҙгә төшөрөп үтәм, Рәсәй Президенты Владимир Путин тәҡдим иткәйне. Уның асылы — әгәр ауылға электән газ үткән булһа, йорттарға торбалар бушлай һуҙыла. Программаның үтәлешен федераль коллегаларыбыҙ иғтибар менән күҙәтә. Шуныһы мөһим: Башҡортостан бында — илдең ҙур төбәктәре араһында иң яҡшыһы», — тип яҙҙы Хәбиров.

Башҡортостан Башлығы билдәләүенсә, догазификация программаһы буйынса республикала 65,5 мең йортҡа газ һуҙыу мөмкинлеге бар. Ғаризаларҙың 52 меңе ҡабул ителгән дә инде.

«Ғаризаны Рәсәй Федерацияһының Берҙәм газ үткәреү операторы порталында (https://connectgas.ru/), компанияның сайтында шәхси кабинетта һәм «Газпром газ бүлеү Өфө» берҙәм клиент үҙәктәрендә, күп функциялы үҙәк офистарында, «Дәүләт хеҙмәттәре» порталында ҡалдырырға мөмкин», - тип асыҡлыҡ индерҙе республика етәксеһе. 

Бынан алдараҡ Радий Хәбиров урындағы ҡаҙанлыҡтарҙы газға күсереү эшен әүҙемләштерергә ҡушҡайны.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-01-10/k-2027-godu-v-bashkirii-gazifitsiruyut-181-naselennyy-punkt-3596726

Автор: Иван Вавилов
Читайте нас