

Белоретта төҙөкләндерелгәндән һуң 8-се мәктәп асылды. Бөгөн Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә яңыртылған белем усағының эшенә рәсми старт бирелде.
Билдәле булыуынса, эштәр Республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса алып барылды. Белорет районы хакимиәте етәксеһе Андрей Иванюта һүҙҙәренсә, муниципалитеттың иң ҙур мәктәбе заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған.
«2018 йылда беренсе тапҡыр Белоретҡа барғанда халыҡ та, ата-әсәләр ҙә мәктәпте реконструкциялауға бәйле һорауҙар менән борсолоп мөрәжәғәт иткәйне. Алла шөкөр, беҙ эштәрҙе тамамланыҡ. Был мәктәп — иң яҡшы мәктәптәрҙең береһе, хәҙер ул бик матур, заманса. Ғөмүмән, Белорет районының мәғариф системаһында һәләтле сығарылыш уҡыусылары бик күп, шуға күрә һеҙгә уңыштар теләйбеҙ. Изге сәғәттә!», — тине Радий Хәбиров.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, тәүҙә мәктәп 300 урынға иҫәпләнгәйне, әммә капиталь ремонттан һуң бында 800 уҡыусы белем алырға мөмкин. Шулай уҡ ҡаяға үрмәләү стенаһы менән ҙур спорт залы бар.


© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.