Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-26 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Ғинуар 2024, 15:54

Хәбиров республиканың төньяҡ-көнсығышындағы медицина учреждениелары өсөн баш табиптарҙы эштән бушатырға вәғәҙәләне

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңыраҡ республиканың төньяҡ-көнсығышында асылған өс дауахана алдан килешелгән ваҡытта эшләй башламаһа, баш табиптарҙы эштән бушатырға вәғәҙәләне.

Бында һүҙ Баймаҡ, Мәсәғүт һәм Оло Ыҡтамаҡ дауаханалары хаҡында бара.

«Был дауаханаларҙы асып йөҙәнем. Халыҡ ныҡ көтә.Ҡасан тулыһынса эшләй башлайҙар, ниндәй режимда эшләүҙәрен миңә хәбәр итегеҙ», — тине Радий Хәбиров Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Роберт Иштуковҡа һәм билдәләнгән ваҡытҡа өлгөрмәгән осраҡта ошо дауаханаларҙың баш табиптарын эштән сығарырға вәғәҙә бирҙе.

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Роберт Иштуков хәбәр итеүенсә, Баймаҡтағы балалар поликлиникаһының бөтә кабинеттары ла 2024 йылдың 15 февраленә эшләй башлай. Рентген кабинеты 2024 йылдың 1 апрелендә асыла.

«Әйҙәгеҙ, былай һөйләшәйек. 15 февралгә, рентген кабинетынан тыш, барыһы ла эшләй. Мин шаяртмайым. Ҡарар ҡабул итәсәкмен. Бына ошо процестар тормошҡа ашырырға кәрәк», — тине Башҡортостан Башлығы.

Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһы 2024 йылдың 2 февраленә 100% эшләй башларға тейеш.

«Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһына килгәндә, 15 ғинуарҙан ашығыс ярҙам кабинеты, күсмә рентген асыла, иртәнге сәғәт 8-ҙән 11-гә тиклем анализдар ҡабул итеү ойошторола. Барлыҡ педиатр кабинеттары, процедура һәм прививка яһау бүлмәләре, регистратура. Поликлиника иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләй. 1 марттан, рентген бүлмәһенән тыш, тулыһынса эш башлар тип планлаштырабыҙ. Ул да 1 апрелдән асылырға тейеш», — тип хәбәр итте республиканың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Роберт Иштуков.

«Ошо мәсьәләләрҙе хәл итегеҙ. Был даталар баш табиптар менән килешелгән. Йәғни һәр баш табип ошо датаның үҙе өсөн дә, халыҡ өсөн дә оло әһәмиәткә эйә булыуын аңлай. Һөйләштек», - тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусының докладын тыңлағандан һуң.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-01-09/habirov-poobeschal-uvolit-glavvrachey-za-meduchrezhdeniya-na-severo-vostoke-bashkirii-3595189

Автор: Галина Бахшиева
Читайте нас