Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-3 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Ғинуар 2024, 17:28

Республикабыҙҙа тағы бер Бөйөк Ватан һуғышы ветераны яҡты донъя менән хушлашты

Риф Йосопов/vk.com
Фото: Риф Йосопов/vk.com

Дүртөйлө районында тағы бер Бөйөк Ватан һуғышы ветераны баҡыйлыҡҡа күсте. Йәүҙәт Ғиләжев үҙенең бер быуатлыҡ юбилейына дүрт ай ғына йәшәп өлгөрмәне, тип хәбәр итте район хакимиәте башлығы Риф Йосопов.

«Ветерандарыбыҙ арабыҙҙан китә. Быйыл майҙа Ғиләжев Йәүҙәт Фазылбәк улына 100 йәш тулыр ине. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уға үҙенең оло юбилейын күрергә насип булманы. Беҙгә тыныс күк йөҙө бүләк иткән ветеран кисә яҡты донъя менән хушлашты. Йәүҙәт Фазылбәк улы батыр яугир, шул уҡ ваҡытта ғәҙел кеше ине, һуғыштан һуң оҙаҡ йылдар Кушнаренко районы мәсете имамы булды», - тип яҙҙы Дүртөйлө хакимиәте етәксеһе.

Бынан алдараҡ «Башинформ» Балтас районында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Муллахан Исламғәлиевты һуңғы юлға оҙатыуҙары тураһында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-01-09/v-bashkirii-ushel-iz-zhizni-esche-odin-veteran-velikoy-otechestvennoy-voyny-3595681

Автор: Ләйсән Закирова
Читайте нас