Синоптиктар фаразы буйынса, шишәмбе, 9 ғинуарҙа, урыны менән бер аҙ ҡар яуа. Ел йүнәлешен үҙгәртеп талғын. Һауа температураһы көндөҙ -17, -22°.
Шаршамбы, 10 ғинуарҙа, бер аҙ ҡар көтөлә. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан талғын, көньяҡ буйынса көслө. Төндә -26, -31°, көньяҡта -21°, көндөҙ -20, -25°, көньяҡта -15°.
Кесаҙна, 11 ғинуарҙа, урыны менән ҡар яуыуы ихтимал. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -32, -37°, урыны менән -27°, көндөҙ -20, -25°.
https://www.bashinform.ru/news/social/2024-01-09/v-bashkirii-poholodaet-do-37-gradusov-3594672