10:08 (UTC+5), 29 Декабря 2023

Оло Ыҡтамаҡ ауылында ашығыс медицина ярҙамы менән дауахана сафҡа индерелде

Фото: Азат Мөхәмәтйәнов
Азат Ғиззәтуллин

Оло Ыҡтамаҡ ауылында ашығыс медицина ярҙамы менән дауахана сафҡа индерелде

Бөгөн Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылында ашығыс медицина ярҙамы менән дауахана файҙаланыуға тапшырылды. Дауахананың икенсе сиратын төҙөү «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә алып барылды.

Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһын киңәйтеү эше Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса башҡарылды. Бөгөн республика етәксеһе видеобәйләнеш режимында уны асыу тантанаһында ҡатнашты.

«Яңы дауахана яҡшы йыһазландырылған, ысын күңелдән һеҙгә уңыштар теләйем. Мәсетле районы халҡын яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ҡотлайым, ул беҙгә тик шатлыҡ ҡына килтерһен, һау-сәләмәт һәм бәхетле булығыҙ», - тине Радий Хәбиров.

Тиҙҙән 63 урынлыҡ яңыртылған һәм заманса стандарттар менән йыһазландырылған дауаханала пациенттарҙы ҡабул итеү башлана.

Яңы бинала рентген-кабинет, компьютер томографияһы, УЗИ, ФГДС кабинеттары, функциональ диагностика, тәүлек әйләнәһенә эшләгән 13 урынлыҡ балалар бүлексәһе, физиотерапия һәм массаж бүлмәләре, 21 койкалыҡ терапия бүлеге һәм ашығыс диагностика лабораторияһы урынлашҡан.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Мәсетле районы үҙәгендә дауахана ҡаласығын төҙөү 1991 йылда уҡ башланғайны. Һуңынан төҙөлөш туҡтатылды, 2005 йылда эштәр йәнә тергеҙелде. Республика бюджетында аҡса етмәү сәбәпле дауахананың өс корпусы ғына сафҡа индерелде.

Республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса 2018 йылда объекттың проектын тамамлау бурысы йөкмәтелде.

Ике өҫтәмә корпус һәм ашығыс ярҙам станцияһы төҙөлөшөн «Капитал Строй» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте генераль подрядсыһы тамамлап ҡуйҙы.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-12-29/v-sele-bolsheustikinskoe-vveli-v-ekspluatatsiyu-bolnitsu-so-skoroy-medpomoschyu-3587051

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика