
Дыуан районының Мәсәғүт ауылында көндөҙгө стационар һәм ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы менән сменаһына 200 кеше ҡабул итеү өсөн балалар поликлиникаһы төҙөлөшө тамамланды. Һаулыҡ һаҡлау объекты «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының «Беренсел звеноны яңыртыу» төбәк программаһын тормошҡа ашырыу барышында төҙөлдө. Бөгөн, 29 декабрҙә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың төньяҡ-көнсығышына эш сәфәре барышында балалар поликлиникаһының тәүге пациенттарҙы ҡабул итеүгә әҙерлеген баһаланы.
Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин һуңғы йылдарҙа Дыуан районы халҡының һиҙелерлек артыуын әйтте. Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһының әлеге поликлиникаһына өлкәндәр һәм балалар беркетелгән. Сменаһына 400-ҙән ашыу пациентты ҡабул итәләр, был медицина хеҙмәткәрҙәре һәм пациенттар өсөн өҫтәмә уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра, сөнки 1985 йылда төҙөлгән бина сменаһына 200 кешене ҡабул итергә мөмкин.
Көндөҙгө стационары (реабилитация бүлеге) булған балалар поликлиникаһында сменаһына 60 кешене ҡабул итеүгә иҫәпләнгән ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы, балаларға ашығыс медицина ярҙамы блогы, 10 урынлыҡ көндөҙгө стационар урынлашҡан. Балалар блогында балалар табиптары – участка педиатрҙары, оториноларинголог, офтальмолог, невролог, травматолог-ортопед, хирург, гинеколог, эндокринолог, ортодонт, психиатр, логопед, медицина психологы ҡабул итәсәк. Айырым инеү урыны булған ашығыс ярҙам блогы бар.
Поликлиника яңы медицина ҡорамалдары, шул иҫәптән рентген, УЗИ, оториноларинголог, офтальмолог һәм башҡа белгестәр өсөн ҡорамалдар менән йыһазландырылған.
Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһының баш табибы Валерий Трофимов һүҙҙәренсә, яңы поликлиникала Дыуан районы һәм Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш райондары балаларын дауалау өсөн уңайлы шарттар булдырылған. Төҙөлөштөң хаҡы - 1,4 миллиард һум, шуның 373,8 миллионы - федераль бюджет аҡсаһы.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.