07:31 (UTC+5), 29 Декабря 2023

Башҡортостанда «Фән осоро» башлана

Фото: Олег Яровиков
Роман Якимчук

Президент Владимир Путин 2022-2031 йылдарҙы Фән һәм технологиялар ун йыллығы тип иғлан итте. Был иһә йәмғиәт һәм ил үҫешенең мөһим мәсьәләләрен хәл итеүҙә фәндең һәм технологияларҙың ролен көсәйтеүгә йүнәлтелгән инициативалар, проекттар һәм саралар комплексы.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Дәүләт Йыйылышына Мөрәжәғәтнамәһендә билдәләүенсә, мәғарифҡа һәм фәнгә әүҙем өлөш индергән илдәр һәм төбәктәр үҫешендә алға китеш күҙәтелә. Башҡортостан тап ошондай юлды һайланы. Республикала өсөнсө йыл инде донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәге уңышлы эшләп килә. 2023 йылда ул илдең ошондай үҙәктәре араһында лидер тип танылды. Башҡортостанда президент ҡушыуы буйынса һәм «Фән һәм университеттар» милли проектын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә вуз-ара кампус төҙөлә.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы республика ғалимдарының ҡаҙаныштарын әүҙем яҡтыртыуҙы, уларҙың эштәрен популярлаштырыуҙы бик мөһим тип иҫәпләй. Ошо маҡсатта «Фән осоро» тигән яңы проект башлайбыҙ. «Башинформ» сайтының махсус бүлегендә ғалимдарыбыҙҙың ҡаҙаныштары, уларҙың асыштарын һәм эштәрен популярлаштырыу хаҡында мәҡәләләр баҫыласаҡ. Проект сиктәрендә мәктәптә үк фәнгә ҡыҙыҡһыныу уятыу өсөн шарттар булдырыуҙары хаҡында һөйләрбеҙ. Әйтәйек, мәктәп кимәлендә инициативалы бюджетлау проекттары, йәштәр башланғыстары акселераторҙары тормошҡа ашырыла, мәктәптәрҙә уҡыусыларҙың һөнәри компетенцияларын үҫтереү өсөн предуниверсарийҙар булдырыла, ә Берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшырған һәм Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарына ингән сығарылыш уҡыусыларына премиялар бирелә. Ошо һәм башҡалар хаҡында – «Башинформ» сайтында.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-12-29/v-bashkirii-nachinaetsya-vremya-nauki-3586153

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика