Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
+0.33
91.94
+0.04
62.51
+0.52
0 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Декабрь 2023, 15:21

Башҡортостанда ғаилә бергә йәшәүҙәренә 70 йыл тулыуҙы билдәләне

Башҡортостандың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты
Фото: Башҡортостандың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты

Яңы 2024 йыл алдынан Ишембай районының Петровский ауылынан Борис Иванович һәм Александра Кузьминична бергә татыу ғүмер итеүҙәренә 70 йыл тулыуҙы билдәләне. Улар 1953 йылдың 25 декабрендә өйләнешкән. Ғашиҡтарға ул саҡта 18 йәш булған.

Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, Майоровтар ғаиләһе тормоштоң йәмен тойоп йәшәй. Ишембай районының ЗАГС бүлеге һәм Петровский ауыл советы хакимиәте хеҙмәткәрҙәре юбилярҙарҙы күркәм байрамдары менән тәбрикләне.

Хәбәр иткәнебеҙсә, Әлшәй районының Бәләкәй Аҡҡолай ауылынан Мәрйәм һәм Ғәлимулла Зәйҙуллиндар иһә ғаилә ҡороуҙарына 60 йәш тулыуҙы билдәләне.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда 2024 йыл өсөнсө тапҡыр ғаилә ҡиммәттәренә арнала.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-12-29/v-bashkirii-semeynaya-para-otmetila-70-letie-sovmestnoy-zhizni-3587044

Автор: Әлфиә Әһлиуллина
Читайте нас