Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин Республикаға идара итеү үҙәгенән Башҡортостан юлдаш телеканалының «Сәләм» тапшырыуында яңы йыл байрамдарында медицина учреждениеларының эш графигы хаҡында һөйләне.
Поликлиникалар 30 декабрҙән 8 ғинуарғаса иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 5-кә тиклем эшләй. Ҡатын-ҡыҙҙар консультациялары — 1-5 ғинуарҙа һәм 8 ғинуарҙа, ә 1-6 ғинуарҙа һәм 8 ғинуарҙа иртәнге 8-ҙән киске 5-кә тиклем медицина тикшереүе һәм диспансеризация үтергә мөмкин.
Ведомство мәғлүмәттәренә ярашлы, был осорҙа стационарҙар, ҡабул итеү бүлексәләре һәм ашығыс медицина ярҙамы тәүлек әйләнәһенә эшләй.
Бынан алдараҡ яңы йыл байрамдарында Өфө поликлиникаларының пациенттарҙы нисек хеҙмәтләндереүе билдәле булды.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.