05:29 (UTC+5), 28 Декабрь 2023

«Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы журналисы Ришат Миндияров вафат

Фото: «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы
Ләйсән Закирова

Өфөлә журналист, «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының радиотапшырыуҙар хеҙмәте етәксеһе Ришат Миндияров вафат булған. Был турала телеканал коллективы хәбәр итте.

Ришат Фәтхинислам улы ғүмерен журналистикаға бағышланы, оҙаҡ йылдар яратҡан һөнәренә тоғро хеҙмәт итте.

Радиола 1991 йылда, Башҡорт дәүләт университетының өсөнсө курсында уҡып йөрөгәндә үк эшләй башлай . «Радио-2» каналын (хәҙерге «Юлдаш») ойоштороуҙа ҡатнаша, башҡорт телендә тапшырыуҙар алып бара. Төрлө йылдарҙа БСТ каналында «Сәләм» тапшырыуының авторы һәм алып барыусыһы, республиканың төп телеканалында мәғлүмәт тапшырыуҙарының башҡорт редакцияһының баш мөхәррир була. 2016 йылда Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһына эшкә күсә. «Рәсәй Башҡортостан радиоһы»нда - «Акценты недели» һәм «Рәсәй 1 Башҡортостан» телеканалында «Хәйерле иртә, республика!» тапшырыуҙарын алып барҙы.

«Уның көтмәгәндә арабыҙҙан китеүе - барыбыҙ өсөн дә оло юғалтыу. «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы коллективы Ришат Фәтхинислам улының туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша. Уның хаҡында йылы хәтирәләр беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр», - тиелә рәсми хәбәрҙә.

Мәрхүм менән хушлашыу урыны һәм ваҡыты һуңыраҡ билдәле була.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы коллективы Ришат Миндияровтың туғандарының, яҡындарының һәм дуҫтарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-12-28/v-ufe-skoropostizhno-skonchalsya-zhurnalist-gtrk-bashkortostan-rishat-mindiyarov-3584906

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика