Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.72
-0.24
93.81
-0.11
62.51
+0.52
2+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Декабрь 2023, 12:57

Республикала дизель яғыулығы ҡиммәтләнгән

«Башнефть», башҡа нефть компаниялары кеүек үк, дизель яғыулығына хаҡтарҙы арттырҙы.

27 декабрҙән ҡышҡы дизель яғыулығының (ДТ-3 К5) бер литры 61,25 һум тора, хәҙер ул 20 тингә ҡыйбат.

Белгестәр әйтеүенсә, производствола ҡышҡы дизель яғыулығы йәйгеһенә ҡарағанда ҡиммәтерәк. Махсус состав уға -30 градусҡаса туңмаҫҡа мөмкинлек бирә, ә йәйгеһе -10 градуста уҡ туңа.

Башҡа яғыулыҡ төрҙәренә хаҡтар үҙгәрмәгән.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-12-27/v-bashkirii-podorozhalo-dizelnoe-toplivo-3583744

bashneft-azs.ru
Фото: bashneft-azs.ru
Автор: Элина Әхмәтова
Читайте нас