15:40 (UTC+5), 27 Декабря 2023

Өфөлә яңы йыл каникулдары осоронда юғары әҙерлек режимы индерелә

Фото: Валерий Шахов
Эдуард Ҡусҡарбәков

Өфөлә 30 декабрҙән 2024 йылдың 8 ғинуарына тиклем юғары әҙерлек режимы индерелә. Яңы йыл каникулдары алдынан баш ҡала мэрияһында ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү буйынса комиссия ултырышы уҙҙы. Өфө хакимиәте һәм бөтә хеҙмәттәр тотороҡло эшләргә тейеш, тип билдәләне ҡала вице-мэры Сергей Кожевников.

Сергей Кожевников тәү сиратта балалар һәм ата-әсәләр йөрөгән яңы йыл майҙансыҡтарына иғтибар итергә, шулай уҡ ҡала халҡын электр уты, йылы, һыу һәм газ менән тәьмин итеүҙе контролдә тоторға ҡушты.

Икенсенән, һауа торошо. Белгестәр хәбәр итеүенсә, әлеге ваҡытта күрше Силәбе өлкәһендә күп итеп ҡар яуған. Өфөлә лә яуыуы ихтимал, шуға күрә һәр предприятие штаттан тыш хәлгә әҙер булырға тейеш, тип билдәләне комиссия.

Өфөләрҙең Яңы йыл каникулдарын нисек үткәрергә йыйыныуҙары хаҡында «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы материалында уҡығыҙ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда яңы йыл каникулдары 10 көн — 30 декабрҙән 8 ғинуарға тиклем дауам итә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-12-27/v-ufe-na-period-novogodnih-kanikul-vvoditsya-rezhim-povyshennoy-gotovnosti-3583909

Өфө хакимиәте
Фото: Өфө хакимиәте
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика