Башҡортостан хөкүмәтендә республика башҡарма власть органдарының матбуғат хеҙмәттәре хеҙмәткәрҙәрен һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәрен бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте вице-премьеры – хөкүмәт аппараты етәксеһе Азамат Абдрахманов һүҙҙәренсә, уҙып барған 2023 йыл ваҡиғаларға бай булды. Матбуғат секретарҙарының һәм журналистарҙың ныҡышмалы хеҙмәте һөҙөмтәһендә улар яңылыҡтар теҙмәһендә лайыҡлы сағылыш тапты.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығының махсус хәбәрселәре Галина Бахшиева һәм Роман Якимчук юғары һөнәри оҫталығы һәм республика хөкүмәте эшмәкәрлеге хаҡында йәмәғәтселектә ыңғай фекер формалаштырыуға өлөш индергәндәре өсөн Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте премьер-министрының рәхмәт хаттары менән билдәләнде.
«Башинформ» 2024 йылдан республиканың иң яҡшы журналистарына Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия күләменең артыуы тураһында хәбәр иткәйне.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.
18+ запрещено для детей.