

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Яңы йыл ғаилә уйындарында ҡатнашырға саҡырҙылар.
«Яңы йыл каникулдарында ғаилә менән мәҙәни сараларға йөрөү, спорт менән шөғөлләнеү өсөн шәп ваҡыт», — тип яҙҙы үҙенең сәхифәһендә мәғариф министры Илдар Мәүлитбирҙин.
Уйындар 2024 йылдың 4 ғинуарынан 11-нә тиклем республиканың барлыҡ райондарында ойошторола. Беренсе-дүртенсе кластарҙа уҡыған балалар менән ғаилә командалары ҡатнаша. Башҡортостандың иң спортсы ғаиләләрен 27 ғинуарҙа Өфөлә финалда көтәләр.
Фестивалдең финал этабында Башҡортостандың район-ҡалаларынан муниципаль этапта еңеү яулаған 69 ғаилә командаһы ҡатнашты, тип хәбәр иткәйне «Башинформ» 2023 йылғы Уйындар хаҡында.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.