Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
+0.33
91.94
+0.04
62.51
+0.52
-5 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Декабрь 2023, 10:20

Башҡортостанда алдағы өс көндә ҡарлы һәм һалҡын була

Ксения Калинина
Фото: Ксения Калинина

Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, шаршамбы, 27 декабрҙә, бер аҙ ҡар яуа. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ -1, -6°.

Кесаҙна, 28 декабрҙә, ваҡыты менән ҡар яуыуы көтөлә. Юлдарҙың айырым участкаларында көрт. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын, киҫкен. Температура төндә -4, -9°, көндөҙ -1, -6° була.

Йома, 29 декабрҙә, бер аҙ ҡар яуа. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын, киҫкен. Һауа температураһы төндә -11, -16°, көндөҙ -8, -13°.

Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостанда юлдарҙың бер нисә участкаһында хәрәкәттең сикләнеүе тураһында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-12-27/v-bashkirii-v-bilzhayshie-tri-dnya-budet-snezhno-i-morozno-3583374

Автор: Дарья Субботина
Читайте нас