09:50 (UTC+5), 26 Декабря 2023

Радий Хәбиров төрлө тармаҡ хеҙмәткәрҙәренә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы

Азат Ғиззәтуллин

Бөгөн, 26 декабрҙә, Өфөлә Радий Хәбиров республиканың төрлө тармаҡ вәкилдәренә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

«Бөгөн беҙ һеҙҙе Ватанға лайыҡлы хеҙмәт иткәнегеҙ өсөн рәхмәт әйтергә саҡырҙыҡ. Яуаплы хеҙмәтегеҙ, ысын илһөйәрлегегеҙ, талантығыҙ, һөнәри оҫталығығыҙ, ҡыйыулығығыҙ, рух көсө өсөн. Бүләкләнеүселәр араһында Ватанды һаҡлаусы геройҙарыбыҙ, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар бар. «Башҡортостан» полкы, исемле батальондарҙың яугирҙәре, контрактсылар һәм мобилизацияланғандар көн һайын ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ күрһәтә. Командование Башҡортостан яугирҙәрен юғары баһалай. Ҡәҙерле яҡташтар, бөтә республика һеҙгә рәхмәт белдерә, тыуған яҡҡа иҫән-һау, еңеү менән ҡайтыуығыҙҙы көтә», - тине республика етәксеһе.

Республикала үҙенең хеҙмәт фронты һәм халҡыбыҙ яугирҙәребеҙ өсөн ныҡлы, ышаныслы тыл булырға тырыша, тип билдәләне ул.

Бөгөн ошо залға төрлө тармаҡ хеҙмәткәрҙәре – идарасылар, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр, ғалимдар һәм юғары мәктәп уҡытыусылары, инженерҙар, эшселәр, уҡытыусылар, табиптар, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре йыйылған.

Республика Башлығы һүҙҙәренсә, улар – Рәсәй, яугирҙәребеҙ өсөн иң ышаныслы терәк. Уларҙың фиҙаҡәр, намыҫлы хеҙмәте өлгөһө ошо кешеләр янында эшләгән йәштәргә бик файҙалы.

«Башҡортостан Республикаһының халыҡ уҡытыусыһы» тигән абруйлы исемгә Ильяс Иштуған улы Вәлиев лайыҡ булды. Ул 40 йылдан ашыу ғүмерен мөғәллимлек эшенә бағышлаған. Ауыл уҡытыусыһынан алып педагогия фәндәре докторы, ике академияның мөхбир ағзаһына тиклем хеҙмәт юлы үткән. Ильяс Иштуған улы – Эстония ССР-ының Палдиски ҡалаһында Салауат Юлаев һәйкәлен, Мостай Кәрим, Рәми Ғарипов, Рәшит Ниғмәти, 1-се гимназия-интернаты тарихы музейҙарын асыу инициаторҙарының береһе. 700-гә яҡын монография, китап һәм мәҡәләләр авторы.

Техник фәндәр докторы, Рәсәй медицина-техник фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, «Орбита» ғилми-файҙаланыуға индереү предприятиеһының башҡарма директоры Наил Ибәт улы Ғиниәтуллин «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре» тигән маҡтаулы исем алды. Наил Ибәт улы 40 йылын ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлегенә арнаған. Уның етәкселегендә «Ормед» роботлаштырылған комплекстары уйлап табылған һәм сериялы етештерелә башлаған. 20 меңдән ашыу ошо аппарат Рәсәйҙә һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәрендә йәшәүселәргә реабилитациялауҙа ярҙам итә.

«Һәр берегеҙ тураһында бик күп йылы һүҙҙәр әйтергә мөмкин. Һеҙгә ҙур рәхмәт. Беҙ Рәсәй, балаларҙың киләсәге өсөн көрәшәбеҙ һәм эшләйбеҙ. Яҡынлашып килгән Яңы йыл менән, ғаиләләрегеҙгә тыныслыҡ, изгелек һәм именлек», - тине Радий Хәбиров.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-12-26/radiy-habirov-vruchil-gosnagrady-rossii-i-bashkirii-truzhenikam-razlichnyh-otrasley-3582444

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика