Бишбүләк районының Йылболаҡ-Матвеевка ауылынан Оксана һәм Марсель Йосоповтарҙың ғаиләһендә йәнә игеҙәктәр тыуған. Ҙур, татыу ғаиләгә шатлыҡ өҫтәп, Марк һәм Захар исемле малайҙар донъяға килгән.
Башҡортостан Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, Йосоповтар ғаиләһендә бәләкәстәрҙең өлкән игеҙәк ағалары - 6 йәшлек Радик һәм Владислав үҫеп килә.
Хәбәр иткәнебеҙсә, Өфөнөң республика перинаталь үҙәгендә өс игеҙ сабый: ике ҡыҙ һәм бер малай тыуған.