Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-2 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Декабрь 2023, 15:30

2024 йылды Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылы тип иғлан итеү тураһында указ сыҡты

Олег Яровиков
Фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Башлығы 2024 йылды Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылы тип иғлан итеү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Башҡортостан Республикаһы Башлығының 2023 йылдың 25 декабрендәге тейешле указы рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Республика хөкүмәтенә 2024 йылдың 31 ғинуарына тиклем ойоштороу комитеты составын һәм саралар планын раҫлау, сығымдарҙы финанслау сығанаҡтарын билдәләү бурысы йөкмәтелде.

Башҡортостандың муниципаль райондары һәм ҡала округтары хакимиәттәренә 2024 йылдың 31 ғинуарына хәтлем ойоштороу комитеттары төҙөргә, Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылын үткәреү буйынса саралар планын әҙерләргә һәм раҫларға тәҡдим ителде.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-12-26/glava-bashkirii-podpisal-ukaz-ob-ob-yavlenii-2024-goda-godom-zaboty-o-lyudyah-s-ovz-3582544

Автор: Ләйлә Аралбаева
Читайте нас