Йәкшәмбе көндө Өфөнөң Ленин майҙанында ҡыш баабй резиденцияһы асылды. Сарала Өфө мэры Ратмир Мәүлиев та ҡатнашты. Бөйөк Устюгтан абруйлы ҡунаҡ – Ҡыш бабай ҙа килгәйне.
Байрам ҡаланың үҙәк шыршыһы янында башланды. Ата-әсәләре менән килгән балаларҙы Хлопушка һәм Колокольчик күңелле конкурстар менән ҡаршы алды. Шулай уҡ бында ете райондың Ҡыш бабайҙарын, үҙенең ейәнсәре Ҡарһылыу менән ҡаланың Ҡыш бабайын да күрергә мөмкин ине.
Илдең төп Ҡыш бабайы һәммәһен дә яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ҡотланы.
- Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, хыялдарығыҙҙың бойомға ашыуын теләйем, - тине ул.
Ратмир Мәүлиев киләһе йылда Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейы уңайынан Бөйөк Устюгтан килгән ҡунаҡҡа байрамға саҡырыу ҡағыҙы тапшырҙы. Шунан һуң Өфө мэры ҡышҡы тылсымсының боҙло таяғы менән шыршының уттарын ҡабыҙҙы.
Ошо уҡ майҙанда, «Азимут» ҡунаҡханаһы ҡаршыһында, Ҡыш бабайҙың резиденцияһы асылды.
- Һәр кем ҡыш бабайға ҡунаҡҡа килә алһын өсөн беҙ бөтә шарттар булдырырға тырыштыҡ. Уңайлы урын, интерактив программалар, эргәлә генә яңы йыл ҡаласығы, байрам сауҙаһы, фотозоналар. Тиҙҙән һәйкәл янында һырғалаҡ эшләй башлайбыҙ, - тине Ратмир Мәүлиев.
Ҡышҡы тылсымсы һәм уның ярҙамсылары ҡунаҡтарҙы 25-30 декабрҙә –көндөҙгө сәғәт 4-тән киске 8-гә, 30 декабрҙә – 12-нән 8-гә, яңы йыл төнөндә көндөҙгө 12-нән төнгө 2-гә тиклем ҡабул итә.
Ҡышҡы каникул ваҡытында иһә көндөҙгө сәғәт 12-нән киске 9-ға хәтлем. 9 ғинуарҙан резиденция сәғәт 4-тән 8-гә тиклем эшләй. Уны ябыу сараһы 14 ғинуарҙа көндөҙгө сәғәт 2-лә була.
https://www.bashinform.ru/news/social/2023-12-24/v-ufe-otkrylas-rezidentsiya-deda-moroza-3580187