Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-20 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Декабрь 2023, 10:42

Башҡортостан юлдарында «Яңы йыл автобустары» йөрөйәсәк

21 декабрҙән 29-ына тиклем «Башавтотранс» предприятиеһы «Яңы йыл автобусы» социаль акцияһын үткәрә. Бөгөндән Башҡортостан халҡы юлдарҙа байрамса биҙәлгән «яңы йыл автобустары»н күрергә мөмкин.

Акция барған көндәрҙең береһендә предприятие филиалы автобустарында пассажирҙарҙы Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу менән ҡаршы аласаҡ, яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ҡотлаясаҡ, балаларға һәм үҫмерҙәргә тәм-том бүләк итәсәк.

«Башавтотранс»тың матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, «Яңы йыл автобусы» акцияһы пассажирҙарҙың һәм республика халҡының байрам кәйефен күтәреү өсөн уҙғарыла. Әлеге сараны илдә «Рәсәй водителдәре» йәмәғәт ойошмаһы үткәрә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 19 декабрҙә Өфөгә Ҡыш бабай поезы килде.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-12-21/na-dorogah-bashkirii-budut-kursirovat-novogodnie-avtobusy-3576130

Автор: Әлфиә Әһлиуллина
Читайте нас