Декабрҙә берҙәм пособие түләү ваҡыты тамамланған ғаиләләр ай аҙағына тиклем 2024 йылда аҡса алыу өсөн Социаль фондҡа ғариза бирә ала.
Социаль фондтың Башҡортостан буйынса бүлексәһендә билдәләүҙәренсә, был ата-әсәләргә пособиены өҙлөкһөҙ алыу, кәрәк икән, уға хоҡуҡты тыныс ҡына раҫлау мөмкинлеген бирә.
Ғәмәлдәге ҡағиҙәләргә ярашлы, берҙәм пособие 12 айға тәғәйенләнә, һуңынан түләү туҡтатыла. Пособиены тағы бер йылға оҙайтыу өсөн яңынан ғариза яҙырға кәрәк. Быны алданыраҡ — түләү ваҡыты тамамланғанға тиклем бер ай эсендә башҡарырға мөмкин. 2023 йылдың ғинуарында пособие түләнә башлаған граждандар декабрҙә Социаль фондҡа ғариза менән мөрәжәғәт итә ала.
Пособиены оҙайтҡанда Социаль фонд ғаиләнең социаль ярҙамға мохтажлығын билдәләү өсөн уның килемен һәм мөлкәтен тикшерә. Күптәр бындай тикшереүҙе һиҙмәҫкә лә мөмкин, сөнки фонд кәрәкле мәғлүмәттәрҙе үҙаллы асыҡлай.
«Пособиеға бирелгән ғариза 10 эш көнө эсендә ҡарала. Ыңғай ҡарар ҡабул ителһә, ата-әсәләр түләүҙе үҙҙәре өсөн ғәҙәти ваҡытта алырға тейеш. Банк аша алыу ысулын һайлаған осраҡта аҡса айҙың һәр өсөнсө көнөндә күсә, почтанан 1-25 көндәрҙә алырға була», - тип белдерҙеләр Социаль фондтың республика буйынса бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтендә.
Әгәр ата-әсәләр пособиены декабрҙә оҙайтып өлгөрмәһә, улар ғаризаны һуңыраҡ бирә ала. Ул хуплау тапҡан осраҡта аҡса ғариза тапшырған айҙан түләнә.
Берҙәм пособие юллау өсөн ғаризаны дәүләт хеҙмәттәре порталында, Күп функциялы үҙәктә йәки Социаль фондтың теләһә ниндәй клиент хеҙмәтендә бирергә мөмкин.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.