Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-20 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Декабрь 2023, 16:22

Радий Хәбиров Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығын һөнәри байрамы менән ҡотланы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәрен һәм ветерандарын илдең хәүефһеҙлек органдары ойошторолоуға 106 йыл тулыуы менән ҡотланы. Бөгөн Өфөлә байрам уңайынан тантаналы сара уҙҙы.

«Илдең махсус хеҙмәттәре милли именлекте һәм Ватаныбыҙҙың суверенитетын тәьмин итеүҙә һәр ваҡыт мөһим роль уйнаны һәм уйнай. Һеҙ хаҡлы рәүештә Рәсәй көс структураларының элитаһы булып тораһығыҙ. Һеҙҙең яуаплы, көсөргәнешле хеҙмәтегеҙҙе юғары баһалайбыҙ. Хәҙерге көндә,  махсус хәрби операция барған осорҙа, ул айырыуса оло әһәмиәткә эйә. Махсус хәрби операция зонаһындағы уңыштарыбыҙға яуап итеп Украинаның махсус хеҙмәттәре әүҙемләште. Беҙгә мәғлүмәт һөжүме ойошторола, беренсе сиратта, йәштәргә йүнәлтелгән емергес идеологик эш алып барыла. Дини радикализмдың үҫеш осраҡтары ла бар. Бындай янауҙар беҙҙән бергәләп һөҙөмтәле эш алып барыуҙы, уяулыҡты арттырыуҙы, йәмғиәтебеҙҙең берҙәмлеген нығытыуҙы талап итә. Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы экстремистарға ҡаршы уңышлы көрәшә, теракттарға һәм хоҡуҡҡа ҡаршы эш итеүҙәргә юл ҡуймай. Һеҙ республиканың власть органдарына хәүеф-хәтәрҙе ваҡытында асыҡлауҙа ҙур ярҙам күрһәтәһегеҙ.

Һеҙҙе тағы ла бер тапҡыр байрам менән ҡотларға һәм намыҫлы хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт әйтергә рөхсәт итегеҙ. Һаулыҡ, именлек, тыныслыҡ һәм изгелек теләйем! Шулай уҡ һеҙҙең яҡындарығыҙға. Улар - һеҙҙең ышаныслы тылығыҙ! Бөйөк Рәсәй именлеге хаҡына көсөргәнешле хеҙмәтегеҙҙә уңыштар!», - тип йомғаҡ яһаны Башҡортостан Башлығы.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-12-20/radiy-habirov-pozdravil-ufsb-rf-po-bashkirii-s-professionalnym-prazdnikom-3575523

Автор: Иван Вавилов
Читайте нас