

Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне. 19 декабрҙә Марк Борисович Малядскийға 100 йәш тулды.
«1941 йылда, егеткә 18 йәш булғанда, һуғыш башлана. 1941 йылдың авгусында геройыбыҙ хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. Йәш зенитсы Сталинградта ул хәрби бурыстарын үтәй, һуңынан совет ғәскәрҙәрен Днепр аша сығарырға ярҙамлаша. Еңеүҙе Венгрия һәм Чехословакия араһында, Комарно ҡалаһында ҡаршылай. Ветеран ҡыҙыл Йондоҙ һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары, 16 миҙал һәм Иҫтәлекле билдә менән бүләкләнгән», - тип хәбәр итте Өфөнөң Киров районы хакимиәте башлығы Илвир Нурдәүләтов.
Тыныс тормошта Марк Борисович тәүҙә — Арбитраж судында, ә һуңынан егерме йылдан ашыу Өфө карьер идаралығында юрисконсульт булып эшләй.. Хәләл ефете менән ике ул тәрбиәләп үҫтергәндәр, ике ейәнсәре бар.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.