Башҡортостан Башлығы Дәүләт Йыйылышына мөрәжәғәтнамәһендә билдәләүенсә, республика өсөн үтә яуаплы йыл яҡынлашып килә. Киләһе йылда баш ҡаланың 450 йыллығы билдәләнә.
«Яратҡан Өфөбөҙҙө төҙөкләндереүгә айырым иғтибар бүлербеҙ. Әйткәнемсә, ҙур спорт объекттары, яңыртылған поликлиникалар, «Көнсығыш сығыу юлы», «Салют» балалар һәм үҫмерҙәр өсөн реабилитация үҙәге, Балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәге, яңыртылған Ҡурсаҡ театры ҡалабыҙға шәп бүләк булыр тип уйлайбыҙ. Өфөнөң юбилейы сиктәрендә Рәсәй һәм сит ил ҡунаҡтары ҡатнашлығында бик күп фестивалдәр, форумдар, концерттар, конкурстар һәм күргәҙмәләр ойошторола. Республиканың баш ҡалаһында юлдар, ихаталар, социаль объекттар, иҫтәлекле урындар, парктар һәм башҡалар өлгөлө булырға тейеш, тип күп тапҡыр әйткәнем булды. Был бит Башҡортостандың йөҙө. Шуға күрә юбилей йылында Өфөгә айырыуса иғтибар бүлербеҙ», - тине Радий Хәбиров.
2024 йыл республикабыҙҙа спорт һөйөүселәр өсөн дә әһәмиәтле булыр, тине төбәк етәксеһе. Киләһе йылда Өфөнөң 450 йыллығы уңайынан көрәш, фехтование, ишкәкле слалом үҙәктәре асыла. Өфөлә илдең «Рәсәй – спорт державаһы» төп спорт форумы үткәрелә.
- Беҙ президент Владимир Путинға ошондай ҡарары өсөн рәхмәтлебеҙ. Был - оло мәртәбә һәм спортсыларыбыҙҙың ҡаҙаныштарын таныу, - тип билдәләне Радий Хәбиров.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.