Яңы йылдан «Азимут» авиакомпанияһы Кузбасҡа осош программаһын башлай. 16 ғинуарҙан Кемеров ҡалаһына Рәсәйҙең 100-гә яҡын пассажир өсөн иҫәпләнгән заманса самолеттарында осорға мөмкин.
Рейстар шишәмбе көндө башҡарыла, самолет Башҡортостандың баш ҡалаһынан Өфө ваҡыты буйынса таңғы 4 тула 35 минутта һауаға күтәрелә. Юлға 2 сәғәт 50 минут ваҡыт талап ителә.
Өфө аэропортынан хәбәр итеүҙәренсә, был рейстар Рәсәй төбәктәре араһында һауа юлдары буйлап пассажирҙар ташыуҙы субсидиялау буйынса ҙур программаның бер өлөшө булып тора, шуға күрә билет хаҡы баҙарҙағыға ҡарағанда арзанға төшә.
Хәбәр иткәнебеҙсә, 2024 йылдың 2 ғинуарында Өфөнән Новокузнецкиға тура авиарейс асыла.