Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
89.82
+0.12
99.72
+0.52
71.06
-1.63
10+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Декабрь 2023, 10:24

Республикала буран сығыуы фаразлана

Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, 18 декабрҙә киске сәғәт 8-ҙән 19 декабрь киске 8-гә тиклем республиканың үҙәк райондарында болотло һауа торошо көтөлә.

Бер аҙ ҡар яуа, ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан секундына 9-14 метр, буран. Һауа температураһы төндә -7, -9°, көндөҙ -3, -5°.

Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостанда быйылғы ҡышҡа фараз тураһында яҙып сыҡҡайны.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-12-18/v-bashkirii-prognoziruetsya-metel-3572617

Автор:Сергей Николаев
Читайте нас: