
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн республика Дәүләт Йыйылышына йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә киләһе йылды Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылы тип билдәләргә тәҡдим итте.
«Беҙ инвалид бала тәрбиәләгә ғаиләләргә, хеҙмәт йәшендәге инвалидтарға ярҙам күрһәтеүгә, уларға эшкә урынлашырға, һөнәри белем алырға булышлыҡ итергә, уңайлы мөхит, социаль инфраструктура, реабилитация һәм социализация системаларын булдырыуға етди иғтибар бүлербеҙ. Ғөмүмән, был мәсьәләләрҙе комплекслы хәл итергә кәрәк. Беҙҙең бурыс – мөмкинлектәре сиклеләрҙең йәшәү сифатын күтәреү. Хөкүмәттән тейешле саралар планын әҙерләүҙәрен һорайым», - тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, башта норматив-хоҡуҡи база өҫтөндә ныҡлап эшләргә кәрәк.
Республиканың Хеҙмәт министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, әлеге ваҡытта Башҡортостанда 250 меңдән ашыу инвалид йәшәй, уларҙың 93 меңгә яҡыны — хеҙмәт йәшендә.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.