«Башҡортостан халҡының яуаплы хеҙмәте, берҙәмлеге менән уҙып барған йыл, хатта ҡатмарлы шарттарҙа ла, беҙҙең өсөн уңышлы булды. Уның төп йомғаҡтарына туҡталам», — тине Радий Хәбиров республика Дәүләт Йыйылышына мөрәжәғәтендә.
«Кешеләргә бик яҡын һәм мөһим булған социаль өлкәнән башлайым. Тәү сиратта, демографиянан.
Ил президенты киләһе йылды Ғаилә йылы тип иғлан итте. Был йәнә бер тапҡыр ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу, ғаиләне, әсәлекте, атайлыҡты һәм балалыҡты яҡлауҙың беҙҙең өсөн өҫтөнлөккә эйә булыуы хаҡында һөйләй.
10 йылда республикала ишле ғаиләләр 59 меңгә тиклем (27,4%) артҡан. Уларҙың һаны буйынса беҙ Волга буйы федераль округында — беренсе, ә Рәсәйҙә етенсе урынды биләйбеҙ. Беҙҙә тыуым кимәле (бер меңгә 8,9) ил (8,7) һәм округ (8,2) буйынса уртаса күрһәткестәрҙән юғарыраҡ. 230 меңдән ашыу балалы ғаилә льготалар менән файҙалана. Бала тыуыуға һәм тәрбиәләүгә бәйле айлыҡ пособие түләү өсөн быйыл 25 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлттек. Ишле ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән 2,5 мең егет-ҡыҙ өсөн колледждарҙа түләүле көндөҙгө уҡыу хаҡын компенсациялай башланыҡ», — тине Радий Хәбиров.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.