12:28 (UTC+5), 18 Декабря 2023

Башҡортостан Башлығы ирекмәндәргә почет билдәләрен тапшырҙы

Ләйлә Аралбаева

5 декабрҙә Рәсәйҙә Ирекмән көнө билдәләнде. Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһе барышында республика Башлығы «Башҡортостан Республикаһы доброволецы» почет билдәләрен тапшырҙы.

Тәүгеләрҙән булып тура бәйләнешкә Туймазы ҡалаһы сыҡты. Туймазы районы башлығы Айҙар Суфиянов республика Башлығы исеменән 88 йәшлек Валентина Арефьеваны бүләкләне. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, пенсионер бала сағында блокада кисергән. Валентина Николаевна әүҙем гражданлыҡ позицияһы менән айырылып тора. Ул социаль акцияларҙа, митингтарҙа, гражданлыҡ-патриотик сараларҙа даими ҡатнаша.

— Валентина Николаевна, оҙон ғүмер һәм ныҡлы һаулыҡ һеҙгә, барыбыҙ ҙа изге йөрәгегеҙ һәм кешеләргә ярҙам иткәнегеҙ өсөн рәхмәт белдерәбеҙ! — тине Радий Хәбиров.

— Миңә һөйләүе ауыр, әммә бөтәһенә рәхмәтлемен. Ошо ҡалала шунса йылдар  йәшәп, награда алыу — минең өсөн оло бәхет. Һәммәгеҙҙе лә Яңы йыл менән ҡотлайым, ҙур рәхмәт! — тине Валентина Николаевна.

«Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт ирекмәндәре» хәрәкәте активисы Диана Анохина, «Еңеү ирекмәндәре» хәрәкәтенең төбәк етәксеһе Тимур Ишҡарин, Туймазы ҡалаһы 7-се мәктәбенең «Импульс» ирекмәндәр отряды активисы Реналь Хәбиров, «Волонтер-медиктар»ҙың төбәк координаторы урынбаҫары Эдуард Хәкимов, Октябрьский ҡалаһында Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабының урындағы бүлексәһе ирекмәне Регина Чукаева ла әүҙем ирекмәнлек эшмәкәрлеге һәм Донбасс халҡына, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар йөк оҙатыуҙа ярҙамы өсөн ошондай почет билдәләре менән бүләкләнде.

- Республикабыҙҙа битараф булмағандар бик күп - көмөш ирекмәндәр, йәш ирекмәндәр, беҙ, өлкән быуын ирекмәндәренән тәжрибә туплаған йәштәр. Башҡортостан ирекмәндәре республика алдында торған барлыҡ саҡырыуҙарға яуап бирә: ковид пандемияһы осоронда ярҙам күрһәтеү, янғын һүндереү, ә хәҙер беҙҙең алда яңы саҡырыу - хәрбиҙәргә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына булышлыҡ итеү. Беҙгә, Башҡортостан ирекмәндәренә, һәр саҡ таяна алаһығыҙ! - тине Тимур Ишҡарин һәм Башҡортостан Башлығына ярҙамы өсөн рәхмәт белдерҙе.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-12-18/glava-bashkirii-vruchil-volonteram-pochetnye-znaki-dobrovoltsev-3571595

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика