Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-6 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Декабрь 2023, 13:02

19 декабрҙә Өфөгә Ҡыш бабай поезы килә

Башҡортостан Транспорт һәм юл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте
Фото: Башҡортостан Транспорт һәм юл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте

19 декабрҙә урындағы ваҡыт менән көндөҙгө сәғәт 3-сө яртыла Өфөнөң тимер юл вокзалына Ҡыш бабай поезы килә, тип иҫкә төшөрҙөләр Башҡортостандың Транспорт министрлығында.

Ҡыш бабай поезы — Яңы йыл тылсымсыһының байрамса биҙәлгән күсмә резиденцияһы, уның составында балалар өсөн уйындар һәм күңел асыу вагондары бар. Поездың башында — төрлө төҫтәге уттар менән балҡыған паровоз.

«Поезд туҡтап торған ваҡытта паровоз һәм сағыу вагондар янында фотоға төшөргә, төньяҡ сувенирҙары һатылған вагон-кибеткә һәм төньяҡ аш-һыуҙары вагон-ресторанына инеп сығырға мөмкин, — тип белдерҙеләр республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығында. — Бынан тыш, тимер юл вокзалының икенсе ҡатында көндөҙгө дүрттән киске 10-сы яртыға тиклем бушлай концерт һәм анимация программаһы ойошторола».

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, проект 2021 йылдың 5 декабрендә башланды. Ике йыл эсендә унда Рәсәйҙең 150-нән ашыу ҡалаһында 900 меңдән ашыу кеше ҡатнашты.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-12-18/19-dekabrya-v-ufu-priedet-poezd-deda-moroza-3570979

Автор: Галина Бахшиева
Читайте нас