

Бөгөн, 15 декабрҙә, Сибайҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла һәләк булған Илнар Хәтмуллиндың ғаиләһе янына барҙы.
Илнар 2022 йылдың 26 сентябренән мобилизацияланған, алғы һыҙыҡта хеҙмәт иткән. 30 июндә Тыуған иле өсөн батырҙарса һәләк булған. Үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены һәм генерал Шайморатов ордены менән бүләкләнгән.
Радий Хәбиров геройҙың әсәһе Лариса Хәтмуллинаға ҡыйыу, һәләтле, илһөйәр ул тәрбиәләгәне өсөн рәхмәт белдерҙе.
Илнар 2000 йылда бейеүселәр ғаиләһендә тыуған. Бәләкәйҙән үк сәхнәне үҙ иткән. Үҫмер сағында сәнғәт мәктәбендә шөғөлләнгән, һуңынан Өфөлә Рудольф Нуриев исемендәге сәнғәт училищеһында уҡыған.
2015-2018 йылдарҙа «Сармат» халыҡ бейеүҙәре ансамблендә сығыш яһай, 2017 йылда Сибай концерт-театр берекмәһенә (Сибай концерт-театр берләшмәһенә) килә.
2019-2020 йылдарҙа армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас, йәнә Сибай концерт-театр берләшмәһендә эшләй. 2022 йылда ғаилә ҡора, ә быйыл февралдә артистың Аслан исемле улы тыуғайны.
Илнар Хәтмуллиндың ҡатыны Фидәлиә әйтеүенсә, әлегә ул декрет ялында, шунан һуң иҡтисадсы һөнәре буйынса эшкә урынлашырға йыйына.
«Эшкә урынлашырға, улығыҙҙы үҫтерергә һәм тәрбиәләргә мотлаҡ ярҙам итербеҙ.Һәләк булған яугирҙәрҙең балалары айырыуса иғтибар үҙәгендә», - тине Радий Хәбиров.
Быйыл Сибай концерт-театр берекмәһендә 30-сы ижад миҙгелен асыр алдынан «Сибай» халыҡ ансамбленең репетициялар залына Илнар Хәтмуллиндың исеме бирелде. Залға ингән урында геройҙың портреты тора.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.