Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығында яңы йыл байрамдарында республикала алкоголь һатыуҙы сикләү тураһында белдерҙеләр.
«3, 4 һәм 5 ғинуарҙа — киске сәғәт 5-тән иртәнге 10-ға, 6 ғинуарҙа киске 5-тән төнгө 11-гә тиклем магазиндарҙа алкоголь һатыу тыйыла», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр Башҡортостан Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығында.
Шулай итеп, сикләү дүрт көн ғәмәлдә, был магазиндарҙа һатыуға ғына ҡағыла. Кафе-ресторандарҙа спиртлы эсемлектәргә заказ бирергә мөмкин.