Башҡортостанға ҡаты һыуыҡтар килде. Салауат районының Әлкә ауылы халҡы социаль селтәрҙә хәбәр итеүенсә, кисә термометр бағанаһы -54° күрһәткән. Шул уҡ райондың Иҙелбай ауылында иһә - 52° булған. «Подслушано Месягутово» төркөмөндәге яҙма авторы температура рекордтары менән уртаҡлашырға тәҡдим иткән. Ҡыйғы районының Сағыр ауылынан Айҙар Фазылов дүрт көн буйына -50° һыуыҡ булыуы хаҡында яҙған. Дыуанда, Валентин Харин һүҙҙәренсә, термометр бағанаһы- 55° күрһәткән.
«Мәктәптә уҡый инем. 1969 йылдың ғинуарында Мәсәғүттә -56 градус булғайны. Саңғыла шыуҙыҡ», - тип үҙенең бала саҡ хәтирәләре менән уртаҡлашҡан Сергей Шестаков.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, синоптиктар Башҡортостанда көндәрҙең йылыныуын фаразлай, тип яҙғайны Башинформ.