14:23 (UTC+5), 13 Декабрь 2023

Башҡортостан ҡыҙы махсус хәрби операция зонаһында контракт хеҙмәте тәжрибәһен ҡуллана

Фото: «БСТ/Новости Башкортостана» телеграм-каналы
Эдуард Ҡусҡарбәков

Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары ла Рәсәйҙең Оборона министрлығы менән махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итеү өсөн контракт  төҙөй. Башҡортостан юлдаш телеканалында шундай ҡыйыу гүзәл заттарҙың береһе хаҡында һөйләнеләр.

«Снайпер» позывнойлы хәрби — үҙенең подразделениеһында берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ. Уның контракт буйынса хеҙмәт итеү тәжрибәһе бар. Телеканал журналистары һүҙҙәренсә, «Снайпер» элек сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән, уның профессиональ әҙерлеге махсус операция зонаһында ла бик кәрәк: яҡташыбыҙ эре тоннажлы «Урал» һәм хатта танктар менән оҫта идара итә.

«Мин бер ҡасан да илдең төрлө төбәктәрендә йәшәгән балаларҙың хаттары беҙгә ышаныс, көс бирер тип уйламағайным: «Беҙ һеҙгә ышанабыҙ, барыһы ла яҡшы булыр!» тигән һүҙҙәр бар унда. Бына ошо балаларҙың киләсәге өсөн унда булырға тейешбеҙ», - тип «Снайпер»ҙың һүҙҙәрен килтерә Башҡортостан юлдаш телеканалы.

Яугирҙең әсәһе бер нисә тапҡыр ҡыҙын кире күндерергә өгөтләгәс, «Снайпер» уға: «Әсәй, һин минең урында булһаң, нимә эшләр инең?» - тип һорай. Әсәнең яуабы ҡыҫҡа була: «Мин дә Тыуған ил һағына баҫыр инем».

Контракт төҙөү өсөн республикала йәшәүселәр берҙәм белешмә номеры буйынса 117, Ситуация үҙәгенә 122 йәки +7 (347) 218-19-19, «Минең документтарым» күп функциялы үҙәгенең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2023-12-13/devushka-iz-bashkirii-primenyaet-opyt-kontraktnoy-sluzhby-v-zone-svo-3563755

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика