
12 декабрҙән 14-нә тиклем Башҡорт теле көнө уңайынан Уҡытыусы һәм остаз йылына арналған «Аҡмулла диктанты» акцияһы ойошторола. Быйыл диктант дүртенсе тапҡыр үткәрелә, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығынан.
Акция сайтта онлайн уҙғарыла.
«Диктантта ҡатнашыусыларҙың йәше, белеме, дине һәм гражданлығы мөһим түгел, башҡорт һәм рус телдәрен белергә кәрәк. 2022 йылда 17 меңдән ашыу кеше диктант яҙҙы», - тип белдерҙеләр министрлыҡта.
Унда 30 тест эше: М. Аҡмулланың һәм уның замандаштарының тормошо һәм ижады тураһында 10 һорау, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының ғилми-методик һәм педагогик эшмәкәрлеге хаҡында 10 һорау, нәфис әҙәбиәттә һәм сәнғәттә уҡытыусы образы тураһында 10 һорау бар.
Диктант өсөн иң юғары баһа - 100 балл. Эштәрҙе башҡарыуға бер сәғәт ваҡыт бирелә.
Диктант йомғаҡтары буйынса ҡатнашыусыларға һөҙөмтәләр яҙылған сертификат тапшырыла.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.